

Бөгөнгә тиклем дә улар популярлығын юғалтмаған һәм халыҡ-ара спорт төрҙәре тип танылған. Был уйындар шәхестең зиһенен үҫтерә, сабырлыҡ, әҙәплелек кеүек сифаттар тәрбиәләй.
Яңыраҡ Ишембай районы Көҙән ауылы мәҙәниәт йорто балалар өсөн «Йомробаштар» шашка һәм шахмат уйыны үткәрелде.
Һәр партия ҡыҙыу, үҙенсәлекле булды. Балалар уйындарға ҙур яуаплылыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, хатта ваҡыттың нисек уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com