

Йәш һылыуҡайҙар үҙҙәрен «Визит карточкаһы», «Дефиле», «Йәш стилистар», «Сәскәләрҙән таж үреү» этаптарында һынап ҡараны. Улар «Мисс Ҡупшыбикә», «Мисс Күркәмлек», «Мисс Романтика» кеүек исемдәр өсөн көрәште. Ҡыҙҙар бәйгегә алдан әҙерләнгән ине: береһенән-береһе ҡупшыраҡ кейемдәрен күрһәтергә сыҡты. Күлдәктәре генә түгел, причёскалары ла матурлығы менән күҙҙе арбаны. Һылыуҙар шулай уҡ үҙҙәренең һәләттәрен, һөйкөмлөлөгөн, яғымлылығын күрһәтте. Уларҙың сығыштарын баһалама ағзалары итеп ҡуйылған малайҙар юғары кимәлдә баһаланы.
Был иҫ киткес байрамға килгәндәрҙең барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралышты.
Фото һәм сығанаҡ: «Ялсы ауылы мәҙәниәт йорто» төркөмөнән (vk.com)