+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
21 Июль 2023, 09:05

Бергә-бергә күңелле!

Эҫе көндәрҙә балаларҙың һыу буйынан ҡайтмағанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ.Быға күнегеп тә бөткәнбеҙ.  

Бергә-бергә күңелле!Бергә-бергә күңелле!
Бергә-бергә күңелле!

Ләкин һуңғы ваҡыттарҙа ҡойоп ямғырҙар яуыуы сәбәпле, уларға өйҙә генә ултырырға тура килде. Кескәйҙәр йәйге ялдарҙа бер ҙә күңелһеҙләнмәһендәр тип, Ишембай районы Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто «Бергә-бергә күңелле!» тип аталған матур сара әҙерләне. Ауыл егеттәре Илнур Ҡарамышев һәм Илһам Ғималовтар байрамды ойоштороуға ҙур өлөшөн индерҙе. Ә балалар инде иһә рәхәтләнеп күңел асты, туйғансы уйнаны, йырланы, бейене. Сара аҙағында тәмле приздар алып, күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралыштылар.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

Бергә-бергә күңелле!
Бергә-бергә күңелле!
Бергә-бергә күңелле!
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас