+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
22 Июль 2023, 10:00

Уңған да икән үҙе!

Эше лә, ялы ла бергә, ти Иҫке Собханғол мәктәбенең VII «А» синыфы уҡыу­сыһы Вилдан Фәйзуллин. Бигерәк уңған, тырыш бала инде үҙе. Әле дуҫтары менән бер-береһенә ярҙам итеп, атай-әсәйҙәрен ҡыуандыралар. Башта баҡса эше менән булышалар. Йәй башында уҡ ҡый үләне утап, картуф күмгәндәр. Бергәләп техника ла ремонтлағандар, мал-тыуар кәртәһен таҙалағандар, утын ярып, өйөп ҡуйғандар.

– Бер-беребеҙгә шулай ярҙам итһәк, тиҙерәк тә, күңелле лә, эшебеҙ ырамлы була,– ти Вилдан. – Буш ваҡыт күберәк ҡала. Эш араһында иҫке тимер-томор йыйып та тапшырабыҙ. Спорт майҙанында волейбол, футбол уйнап та алабыҙ. Әле көндәр эҫе торғас, Ағиҙелдә рәхәтләнеп һыу инәбеҙ.

Был өлгөр егет бер ҙә те­лефон тотоп, өйҙә ул­тыр­май икән, күберәк фай­ҙалы эш менән мәш­ғүл. Баҡсаларындағы емеш­тәрҙе йыйып алған, ҡырға еләккә лә йөрөгән. Уны ағаһы Линар менән таҙалап та ҡуйған әле. Әсәй­ҙәрен ныҡ ҡыуан­дыр­ған­дар. Тағы ла Бай­ғаҙы ауылында йәшәгән өләсәһе­нә барып, ҡулынан килгәнсе уға ла ярҙам итеп ҡайтҡан.

Әле бесән сабыу мәле башланырға тора. Вилдан был эшкә лә күптән әҙер. Былтырғы һымаҡ бабай­ҙарына бәләкәй тракторҙа бесән сабырға йыйына. Һай, уңған егет, үҙен маҡтағандан-маҡтағы килә!

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Бөрйән районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас