+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
23 Июль 2023, 11:40

«Әлләсе» уйнанылар

Белеүегеҙсә, «Әлләсе» – һүҙҙәр менән бәйле белемде камиллаштырыуға йүнәлтелгән уйын.

«Әлләсе» уйнанылар«Әлләсе» уйнанылар
«Әлләсе» уйнанылар

Уны популяр булған «Аlias»тың башҡортса аналогы тип әйтергә лә була.

Был бик фәмһемле һәм күңелле уйындың мәғәнәһе шулай: уйынсыларға аҡылын, оҫталыҡтарын күрһәтергә, тәҡдим ителгән бурыстарҙы тейешенсә үтәргә кәрәк. «Әлләсе» ҡатнашыусыларҙа тапҡырлыҡ һәм сослоҡ тәрбиәләй.

Яңыраҡ Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе эргәһендә эшләп килгән хеҙмәт лагерында йөрөгән балаларға ошо бик шәп уйын үткәрелде. Унда һәр кем бик теләп ҡатнашты, үҙҙәренең аҡыл зирәклектәрен, иғтибарлылығын тикшерҙе.

Ҡыҫҡаһы, был балалар каникулдарын матур итеп уҙғара, рәхәтләнеп күңел аса.

Дуҫтар, ә һеҙҙең ялдарығыҙ нисек үтә? 

Фото һәм сығанаҡ:  vk.com

«Әлләсе» уйнанылар
«Әлләсе» уйнанылар
«Әлләсе» уйнанылар
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас