

Айназ менән Алмаз Мәхмүтовтар баш ҡалала йәшәгән өләсәләренә ҡунаҡҡа килгән. Өләсәләре – республиканың танылған журналисы Миләүшә Ҡыҙрасова малайҙарға бай программа әҙерләп ҡуйған.
– Миңә динопаркта ныҡ оҡшаны. Унда динозаврҙар ҡурҡыныс тауыштар сығара һәм ҡыбырлай,– тип һөйләне бишенсе йәш менән барған Алмаз.
– Ә миңә Урмансылар паркындағы вольерҙа йәшәгән хайуандар һәм ҡоштар оҡшаны. Унда айыуҙар, бүреләр, төлкөләр ҙә бар. Тағы ла Еңеү паркында танктарға менеп ҡараныҡ, – тип теҙҙе ете йәшлек Айназ.
Өләсәләре Миләүшә Сәлим ҡыҙы әйтеүенсә, алда Айназ менән Алмазды Өфө мәсеттәренә, батырҙарыбыҙ Салауат Юлаев һәм Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлдәренә, аквапаркка сәйәхәт көтә.
Малайҙар, ҡыҙҙар, ә һеҙҙең йәйге ялығыҙ нисек үтә? Беҙгә был турала яҙып ебәрегеҙ.