+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
28 Июль 2023, 13:20

"Беҙ - буласаҡ геологтар!"

 Республика инженер интернат-лицейы һәләтле химиктары менән генә түгел, геологтары менән дә дан тота, тиһәк, һис тә хата булмаҫ.

"Беҙ - буласаҡ геологтар!"
"Беҙ - буласаҡ геологтар!"

Белем усағында географ, геолог, тыуған яҡты өйрәнеүселәр берекмәһе бар. Йыл әйләнәһенә география олимпиадаһына әҙерлек мәктәбе эшләй. Лицейҙа республика география йәмғиәтенең йәштәр клубы ла бар. Юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырғандар. Ике география уҡытыусыһы Хәлиҙә Солтан ҡыҙы Рәхимғолова һәм Асия Шәрифйән ҡыҙы Әхмәтова балаларҙы география фәнен төплө өйрәнергә ылыҡтыра. Әлбиттә, лицей етәкселеге, уның директоры Азамат Шамил улы Ямғурсин да тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең эшен хуплап, ярҙам итеп тора.

Июлдә Республика инженер интернат-лицейы уҡыусылары төбәктең «Алтынтау» асыҡ геологик мәктәбендә ҡатнашты. Өфө, Сибай, Хәйбулла, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Туймазы яҡтарынан 80 уҡыусы «Ер аҫты серҙәренә» маршрутын үтте. Улар Нуриман районы биләмәһен, Красный ключ һәм Павловка тирәһен тикшерҙе.

Лагерҙы асыу тантанаһында балаларҙы “Башнефтегеофизика", компанияһы, “Башнедра" фонды, Sciencely Аҡыллы Өфө ойошмаһы вәкилдәре Һәм башҡалар тәбрикләне.

  - Геолог – донъялағы иң шәп һөнәр. Бөгөнгө белгестәр файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарының 3D-моделдәре менән көслө компьютерҙарҙа заманса IT-технологияларҙы ҡулланып эшләй. Әлбиттә, мауыҡтырғыс экспедицияларға ла сығалар. Һеҙгә яңынан-яңы белемдәргә ынтылыуығыҙҙы, ерҙең серҙәрен асыуығыҙҙы теләйем, – тине “Башнефтегеофизика»ның генераль директоры урынбаҫары, баш геологы Наил Монасипов.

Республика инженер интернат-лицейынан Хәлиҙә Солтан ҡыҙы етәкселегендәге ике команда ҡатнашты. Йәш геологтарҙың һәр көнө ҡыҙыҡлы лекциялар, дәрестәр, ярыш һәм конкурстарҙан торҙо. Радиометрия, палеонтология, геологик маршрут, геологик киҫелеш, хәүефһеҙлек буйынса ярыштар, “Минең яратҡан минералым», Палеонтологик өлгө», “Тирә-яҡ мөхит» кеүек конкурстар үтте.

Уҡыусылар шулай уҡ геологик, географик, экологик маршруттарҙа ҡатнашып, геологтарҙың эше менән яҡындан танышты, Башҡортостан тауҙарының төҙөлөшөн өйрәнде.

Республика инженер интернат-лицейынан Дарина Ғәзизова менән Варвара Федотова “Гидрометрия» буйынса I урын алды. Самира Фәйзуллина “Файҙалы ҡаҙылмаларҙы йыуыу» буйынса  III урынға сыҡты. Лицейҙың икенсе командаһы (Рамзан Шәрипов, Яна Ҡоҙашева, Карина Шаутдинова, Алмаз Вәлиев) «Ялан туҡталышын ойоштороу» конкурсында еңеүсе булды.

       –Миңә бында барыһы ла оҡшаны. Геология буйынса яңы ғилем үҙләштерҙем, геологик киҫелеште төҙөү, маршруттар буйлап үтеү шәп булды, – ти Дарина Ғәзизова.

       “Алтынтау» республика геология мәктәбендә шөғөлләнеүселәр араһынан киләсәктә шәп геологтар сығыр әле. Әйткәндәй, унда теләге булған һәр уҡыусы белемен арттыра ала. Тик [email protected]. адресы буйынса ғариза яҙырға кәрәк.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

 

"Беҙ - буласаҡ геологтар!"
"Беҙ - буласаҡ геологтар!"
"Беҙ - буласаҡ геологтар!"
"Беҙ - буласаҡ геологтар!"
"Беҙ - буласаҡ геологтар!"
"Беҙ - буласаҡ геологтар!"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: