+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
29 Июль 2023, 15:00

Әкиәт донъяһына сәйәхәт

Стәрлебаш районы Яңғырсы ауылында балалар өсөн бик матур сара үткәрелде. 

«Әкиәт донъяһындағы мажаралар» тигән квест-уйын – балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тема.

Кескәйҙәр үҙенсәлекле станциялар буйлап сәйәхәт ҡылды. Беренсе станция «Әкиәт уйла» тип аталып, унда төрлө әкиәттәрҙән һүрәттәр урынлаштырылған ине. Бирелгән бөтә серҙәрҙе сисеп, һүрәттәрҙе әйләндереп, балалар әкиәт геройының исемен тиҙ тапты – «Бармалей».

«Әкиәт һөйлә» станцияһында кескәйҙәр кроссворд систе. Иң ауыры – «Телефон» станцияһы. Уйындың ҡағиҙәһе буйынса, бөтә тәҡдим ителгән хайуандарҙан телефон аша шылтыратыусыларҙы һайларға кәрәк. Әммә малайҙар өлгөр булып сыға. Улар дөрөҫ яуап биреп, һүрәт-белешмә ала һәм уның буйынса китап табалар. 

Балалар бөтәһе һигеҙ станция буйлап үтә. Юлдың аҙағында уларҙы сюрприз көтә ине: «Маша һәм Айыу» халыҡ әкиәте мотивтары буйынса ҡурсаҡ театры постановкаһын ҡарау мөмкинлеге. Сара тамамланғас, теләгәндәре был сәнғәт төрөндә үҙ көстәрен һынаны. 

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

Әкиәт донъяһына сәйәхәт иттеләр
Әкиәт донъяһына сәйәхәт иттеләр
Әкиәт донъяһына сәйәхәт иттеләр
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: