+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
29 Июль 2023, 17:00

Рәхәтләнеп ял итәләр

Күгәрсен районы Ялсы ауылы балаларының һәм ауылға ҡунаҡҡа килгән ҡыҙҙар, малайҙарҙың ялдары бигерәк күңелле үтә. 

Рәхәтләнеп ял итәләр
Рәхәтләнеп ял итәләр

Ялсы ауыл мәҙәниәт йортонда кескәйҙәр өсөн гел матур-матур саралар ойошторолоп тора. Мәҫәлән, яңыраҡ Бөтә донъя шоколад, Шахмат көндәре, Йәйге Нардуған үтте. 

Кескәйҙәр бындай йыйындарҙы бик ярата. Сөнки улар был саралар ваҡытында дуҫтары менән осрашып, ял итеп кенә ҡалмай, шулай уҡ күп яңы мәғлүмәт, көс, дәрт ала. Шашка, шахматтарҙың тарихы, 3000 йыл элек билдәле булған шоколад тураһында легенда, халыҡтың ауыҙ-тел ижады менән таныш инегеҙме? Ә Ялсы ауыл балалары быларҙың барыһы тураһында ла белә. Улар, әлбиттә, артынса төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ҙа уйнайҙар.

Балаларҙың йәйге ялын ҡыҙыҡлы уҙғарыуға ҙур көс һалған мәҙәиәт хеҙмәткәрҙәренә «Афарин!» тип әйтергә генә ҡала. 

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

Рәхәтләнеп ял итәләр
Рәхәтләнеп ял итәләр
Рәхәтләнеп ял итәләр
Рәхәтләнеп ял итәләр
Рәхәтләнеп ял итәләр
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: