Кем һуң ул Нептун? Диңгеҙ батшаһы... Уны моряктар уйлап сығарған. Элегерәк диңгеҙ гиҙеүселәрҙең тәжрибәләре бик әҙ булған, шунлыҡтан улар һәләкәттәргә бик йыш осраған булған. Моряктар барыһына ла һыу аллаһы ғәйепле, тип һанаған. Бер аҙ ваҡыттан уның ризалығын алыу өсөн Нептун көнөн билдәләй башлағандар. Легендалар буйынса, бынан һуң һәләкәттәр әҙәйгән, тиҙәр...
Кисә Баймаҡ районы Һаҡмар ауылы балалары был байрамды билдәләп үтте. Улар рәхәтләнеп йылғала һыу төштө, ҡояшта ҡыҙындылар, төрлө уйындар уйнанылар.
Ҡәҙерле дуҫтар, ә һеҙ был байрамдың барлығы тураһында белә инеһегеҙме?
Фото: vk.com