+2 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
1 Август 2023, 10:05

Сик йылғаһы буйында экскурсияла

Ишембай районының Үрге Әрмет ауылы балаларының йәйге каникулдары бигерәк күңелле үтә. 

Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Сик йылғаһы буйында экскурсияла

Көн һайын тигәндәй төрлө мауыҡтырғыс, спорт уйындары, дискотекалар үткәрелеп тора. Бына яңыраҡ та балалар ауыл мәҙәниәте йорто тарафынан Сик йылғаһы буйына экскурсияға барып килделәр. Сорағол тауы эргәһенә барып еткәс, ял итеп, сәй эсеп алдылар ҙа артабан юлға сыҡтылар. Улар тирә-яҡтағы ер-һыу атамалары менән танышты, дарыу үләндәре, хуш еҫле сәскәләр йыйҙы, еләк тәмләне. Бәләкәй Әрмет йылғаһы буйында туҡтап ял итеп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар, ямғыр теләп һыу һибештеләр. Был экскусия, әлбиттә, барыһына ла оҡшаны.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Сик йылғаһы буйында экскурсияла
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: