+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
3 Август 2023, 16:50

Ауылда рәхәт!

Каникул етеү менән ҡалала йәшәүсе балалар ауылға олатай-өләсәй­ҙәре янына ашҡына. Рания һәм Дияр Фазлетдиновтар ҙа был көндө көтөп ал­ды. Йәйгеһен Өфөлә тынсыу, ауылдағы саф һауаға ни етә?

Ауылда  рәхәт!
Ауылда рәхәт!

Дияр олатаһына мал ҡарарға ярҙамлаша, һеңлеһе менән ҡош-ҡортто ла йөҙҙөрөп килтерәләр. Кис баҡсалағы йәшелсәләргә һыу һибәләр. Ҡарағат, еләктәрҙе йыйып алып, өләсәләре менән ҡайнатма эшләгәндәр, укроп, һуған ҡыяҡтарын турап, ҡышҡылыҡҡа туңдырырға һалғандар. Ауылда ваҡ-төйәк эш бөтәме ни?! Ә һуңынан Урал йылғаһында һыу инәләр.
Ике туған ҡустылары Малик та баш ҡаланан килгәс, бергә бигерәк күңелле. Яңыраҡ күрше Әбйәлил районында «Ер ҡото» фестивале үткәйне, шунда ла барып ҡайтҡандар. «Тәмле итеп һыйландыҡ, иҫтәлеккә бүләктәр алдыҡ», – ти туғандар.
Йәйҙең башланмаған бер айы бар әле. Ағалы-һеңлеле Фазлетдиновтар ҙа ауылда сынығыр, рәхәтләнеп ял итер, яңы уҡыу йылына көс туплар. Ә һеҙҙең каникул нисек үтә?

Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.
Учалы районы, Ташҡыя ауылы.

Ауылда  рәхәт!
Ауылда  рәхәт!
Ауылда рәхәт!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: