+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
3 Август 2023, 10:10

Сәләмәтлек иленә сәйәхәт

Сәләмәтлек – һәр кешенең тормошонда баһалап бөткөһөҙ байлыҡ.

Сәләмәтлек иленә сәйәхәт
Сәләмәтлек иленә сәйәхәт

Һау, хәрәкәтсән һәм көслө булыу өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше күнекмәләрен бәләкәйҙән тәрбиәләү бик мөһим. 

Стәрлебаш районы Буҙат ауыл мәҙәниәт йортонда «Сәләмәтлек иленә сәйәхәт» танып-белеү программаһы үткәрелде. Программа ҡунаҡтары – ауылдың медицина хеҙмәткәрҙәре. Улар балаларға сәләмәт туҡланыу, көн режимын үтәү, көндәлек физик күнекмәләр яһау, шәхси гигиенаны үтәү, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү кәрәклеге тураһында һөйләне. Уҡыусылар рәхәтләнеп ҡыҙыҡлы «Градусник», «Кафе» уйындары уйнаны. Программа аҙағында бөтәһенә лә сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында иҫтәлекле буклеттар таратылды.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

Сәләмәтлек иленә сәйәхәт
Сәләмәтлек иленә сәйәхәт
Сәләмәтлек иленә сәйәхәт
Сәләмәтлек иленә сәйәхәт
Сәләмәтлек иленә сәйәхәт
Сәләмәтлек иленә сәйәхәт
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: