Лагерҙа һәр көн ҡыҙыҡлы уҙҙы. «Йәйләү»гә йыйылғандар беренсе көндән үк Үҫәргән ырыуының тарихын өйрәнә башланы. Улар үҙҙәренә девиз, йыр һайланы. Ырыуҙың оранын, тамғаһын, ҡошон, ағасын өйрәнделәр.
«Йәйләү»ҙә балаларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап асырға тырыштыҡ. Улар башҡортса ғына аралашырға тейеш ине. Ял итеүселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын, балалар уйындарын, милли спорт төрҙәрен өйрәнде. Малайҙар, ҡыҙҙарҙы боронғо шифалы ризыҡтар әҙерләү серҙәре, ырыу легендалары, күренекле шәхестәребеҙ, сәнғәт әһелдәре менән таныштырҙыҡ. Аҡъярҙағы һәм Татырүҙәктәге тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарына барыу ҙа фәһемле булды.
Лагерҙа Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған кисәләр, лекциялар, презентациялар ойошторолдо. Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре, ҡул оҫтаһы Азамат Мәмбәтов, Рима Солтанова, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары, мәктәбебеҙҙең ветерандары менән осрашыуҙар ҙа үтте. Бергәләп фильмдар ҡараныҡ.
Ялдың һуңғы көнөндә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы һабантуй көтә ине. Төрлө ярыштар, милли уйындар, күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр – лагерь шат тауыштарҙан яңғырап торҙо.
– Балаларға матур ял бүләк иттегеҙ. Минең улым беренсе синыфты тамамланы. Ул көн дә лагерға теләп йөрөнө, барырға ашҡынып ҡына торҙо, – тип мәктәп етәкселеген маҡтаны ауылдашыбыҙ Гөлсинә Баястанова. Башҡа ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе, рәхмәттәрен әйтте.
Ысынлап та, балаларға «Йәйләү»ҙә ныҡ оҡшаны.
Рәйфә ТҮЛЕБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Татырүҙәк мәктәбе.