Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылында «Һауа шарының тыуған көнө» тигән конкурс-уйын программаһы гөрләп үтеп китте. Унда төрлө күңелле конкурстар һәм дәртле эстафеталар булды. Был юлы шарҙар залды биҙәү өсөн генә түгел, ә ике команда ярыштарында төп элемент булып та хеҙмәт итте. Уйын шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ине, бер бала ла ситтә ҡалманы. Сара аҙағында һәр бер ҡатнашыусыға татлы бүләктәр тапшырылды.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com