Әлбиттә, йәй тураһында!
Ҡағиҙәләре телевизорҙағы уйын менән тап килә. Бында өс уйынсы ҡатнаша.
Уйын барышында балалар үҙҙәре һәм мауығыуҙары тураһында һөйләп үтте. Өс турҙа ла еңеүселәр көстәрен финалда һынаны.
Хәрефтәр бер-бер артлы асылды... Һәм Руслана Кибисская уйындың еңеүсеһе тип табылды!
Шулай итеп, «Мөғжизәләр яланы» бик мауыҡтырғыс һәм йәнле үтте. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Уйынды ойоштороусылар барыһына ла дәртләндереү бүләктәре таратты.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com