+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
5 Август 2023, 09:10

«Йәй серҙәре»

Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәйге һауыҡтырыу лагеры балалары өсөн «Йәй серҙәре» тигән матур сара ойошторолдо. 

«Йәй серҙәре»
«Йәй серҙәре»

Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙар һәм малайҙарға йәй батшалығы буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәткә сығырға тәҡдим итте. Маршрут йәйҙең художество оҫтаханаһы буйлап үтте. Балалар «Мәҡәлдәр» станцияһында мәҡәл йыйҙы, «Йомаҡтар»ҙа яуап эҙләне, «Һүҙ төҙө»лә яңы һүҙҙәр төҙөнө. Шулай итеп «Крокодил» станцияһына барып еттеләр. Төрлө уйындар уйнап алғас, «Ҡара йәшник»тән әйберҙәр табырға тырыштылар. Артабан кескәйҙәрҙе «Урыҫ әкиәттәренең яратҡан геройҙары» көттө. Бөтә балалар ҙа конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Уларҙың йәйге ялы ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла үтә. 

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

 

 

«Йәй серҙәре»
«Йәй серҙәре»
«Йәй серҙәре»
«Йәй серҙәре»
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: