+2 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
6 Август 2023, 13:50

Саф һауала эстафета

Ишембай районы Маҡар ауылы балалары саф һауала әүҙем ял иттеләр.

Саф һауала эстафета
Саф һауала эстафета

Хәҙер компьютер технологиялары заманы икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Һәр кемдең тигәндәй үҙ телефоны, планшеты, компьютеры бар. Был гаджеттарҙың зыяны ла күп.

Балалар уларҙан арынып ял итһендәр өсөн, саф һауала күберәк ваҡыт уҙғарыр кәрәк.  

Бынан тыш, көн һайын кескәйҙәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп тороу мотлаҡ. Ҡайҙа һәм нисек юл аша сығыу ғына түгел, шулай уҡ велосипедсылар ҡағиҙәләрен дә аңлатыу мөһим, сөнки йәй көнө велосипедта йәки самокатта йөрөү балаларҙың яратҡан шөғөлдәренең берһе.

Ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙар-малайҙарға иң беренсе юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Һуңынан балалар кемуҙарҙан эстафета ярыштарында ҡатнашты. Улар яңы дәрт, көс һәм тәмле приздар алып таралышты.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

Саф һауала эстафета
Саф һауала эстафета
Саф һауала эстафета
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: