+2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
7 Август 2023, 15:06

"Еңеү офоҡтары"

Ҡариҙел районы Кирҙә ауылы биләмәһендә республика Башлығы гранттары фондына "Еңеү офоҡтары" тигән проект тормошҡа ашырыла.

"Еңеү офоҡтары"
"Еңеү офоҡтары"

Уның буйынса республиканың 20 йүнәлешле федерацияһынан йәш спортсылар хәрби-патриотик йыйындарҙа ҡатнаша. Программала уҡыу-күнекмә, физкультура-һауыҡтырыу саралары, хәрби хәрәкәт ветерандары менән әңгәмәләр, башланғыс хәрби әҙерлек буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. 

Шулай уҡ уҡыусылар ҡаршылыҡтар һыҙатын үтә, ГТО нормаларын тапшыра. "Зарница" уйыны ла үткәрелә. Әлбиттә, балалар үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса спорт менән дә шөғөлләнә: ушу, каратэ, гимнастика... 

Йыйын ун көн дауам итә. Быйыл унда 700 уҡыусы ҡатнаша.

Фото: vk.com/rsbi_rb. 

"Еңеү офоҡтары"
"Еңеү офоҡтары"
"Еңеү офоҡтары"
"Еңеү офоҡтары"
"Еңеү офоҡтары"
"Еңеү офоҡтары"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: