+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
5 Сентябрь 2023, 12:00

Тыуған көнгә бүләк-сәйәхәт

– Тыуған көнөңдә һине Питерға алып барам!Атаһының был һүҙҙәрен ишеткән Әҙилә ҡыуанысынан һикереп ебәрҙе.

Әлбиттә, бер үҙе генә түгел, ә йәш ярымға өлкән Айминә апаһы менән барасаҡ ул. Йәш аралары бик әҙ булғанға, улар игеҙәктәр кеүек. Айминә быйыл II си­ныфта белем ала. Ә Әҙилә беренсегә уҡырға төштө. Атайҙары уға 7 йәш тулған көндә ике ҡыҙын да Санкт-Петербург ҡалаһына сәйәхәткә алып барҙы.

Юлда Айминә смартфонына бөтә күргәндәрен төшөрөп кенә ҡалманы, үҙенең тәьҫораттарын да һөйләп бар­ҙы. Видеояҙмаларҙы өләсәйҙәренә ебәреп торҙолар. Мин дә ҡараным һәм Айминәнән киләсәктә бынамын тигән журналист сығыр әле, тип уйлап ҡуй­ҙым.
Ниндәй генә ҡалалар аша үтмәй улар. Ҡайһыларында туҡтап, ҡарап, танышып китәләр. Бар­ғанда – Ҡазанда, ҡайт­ҡанда – Мәскәүҙә. Кемгә әле таңғы алтыла Ҡыҙыл Майҙанда йөрөү бәхете тейә!
Питерҙа Гөлсәсәк апай­ҙары менән еҙнәләре ҡаршы ала. Сорғоттан Илнур ағайҙары ла эш сәфәре менән килгән була. Шулай көтмәгәндә өс туған – Гөлсәсәк апайҙары, атайҙары Айнур, Илнур ағайҙары бергә осраша.
Бигерәк иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт була был. Ҡаланың матур урындары менән танышалар. Бер изге күңелле эшҡыуар ағай игеҙәк кеүек ҡыҙҙарҙы күреп, Әҙиләнең тыуған көнө икәнен дә белгәс, уларҙы магазинға алып инә лә:
– Теләгән нәмәләрегеҙҙе һайлағыҙ. Тартынмағыҙ, күп итеп алығыҙ,– тип аптырата.
Ҡыҙҙар башта ышанырға ла белмәй тора, аҙаҡ ағайҙың ысынлап әйткәнен аңлағас, үҙҙәренә оҡшаған әйберҙәрҙе кәрзингә һала башлайҙар.
Ун меңдән һум ашыу хаҡ түләргә тура килә ағайға. Атайҙары ла ҡушыла. Шулай итеп, тыуған көн ошо көтөлмәгән ваҡиға менән иҫтә ҡала.
Әлбиттә, иң ҙур бүләк – атайҙарының үҙ машинаһында Рәсәйҙең күп ҡалалары аша сәйәхәт иттереүе һәм Гөлсәсәк апайҙарында ҡунаҡ булыуы. Бындай күңелле, төрлө мажараларға бай сәйәхәтте оноторлоҡмо ни! Бала саҡтың яҡты бер хәтирәһе булып мәңге иҫтә ҡаласаҡ бит ул көндәр.
Быйылғы йәй Сләвшиндәр Башҡортос­тан тәбиғәте менән дә танышты. Олатай­ҙарының тыуған яғы – Күгәрсен районында ҡунаҡта булды. Юл ыңғай Мораҙым тарлауығын да ҡарап үттеләр. Һапаш ауылынан Гөлсөм исемле туғандарын Өфөгә алып килеп, баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныштырҙылар.
Өфө районының Таптыҡ ауылында йәшәгән Фәнирә өләсәйҙәрендә йәй буйы тиерлек ҡунаҡта булдылар. Баҡса еләге менән һыйландылар. Атайҙары ҡуйған бассейнда йәйҙең эҫе мәлдәрендә рәхәтләнеп һыу инделәр. Өләсәйҙәренә лә ярҙамлаштылар.
Бына шулай 1 сентябргә көс йыйып, ял итеп, уҡырға килделәр. Өйҙәренә яҡын ғына 96-сы мәктәпте һайлағандар. Был ҡыҙҙар бигерәк матурҙар һәм һәләтлеләр: йырға ла, бейеүгә лә, спорт гимнастикаһына ла, музыкаға ла оҫталар. Мәктәптә лә һынатмаҫ улар!

З. ЯЛСЫҠАЕВА.

Өфө ҡалаһы.

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: