Ҡолоҡас ауылындағы йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан балалар ял үҙәгенең бер үҙенсәлеге бар: был урында телефон бәйләнеше юҡ. Тимәк, бер кем дә смартфондарға ҡапланып ултырмай, ә ысынлап әүҙем лагерь тормошо менән йәшәй. Арсен бишенсе отрядта вожатыйҙар Эмилия Фәнил ҡыҙы һәм Руслан Фаил улы ҡанаты аҫтында булды.
— Уй, уйындарҙың күплеге! Һәр көн бер темаға арналды. “Ирәндек батыры”, “Әкиәт илендә”, “Кино көнө”, “Флешмобтар ярышы” — ҡыҙыҡлы саралар һанап бөткөһөҙ ине. Миңә иң нығы вожатыйҙарға пародия күрһәтеү һәм һуңғы көндәге утлы шоу оҡшаны, — ти малай. — Бассейнда йөҙҙөк, хатта кинотеатрға барҙыҡ. Ата-әсәләр көнөндә концерт ҡуйҙыҡ, барыһы ла бик ҡәнәғәт ҡалды.
Лагерҙа ваҡытын файҙалы үткәреп кенә ҡалманы, яңы дуҫтар ҙа тапты Арсен. Ял итеп ҡайтҡас та өйҙә тик ятманы. Ата-әсәһенә ярҙам итергә тырышты. Атаһы Руслан Валерий улы менән бесән дә эшләнеләр, көтөү ҙә көттөләр. Әсәһе Люциә Йомаҙил ҡыҙы өйҙә юҡ саҡта туғандары Артур менән Элизаға күҙ-ҡолаҡ та булды. Хәҙер ҙур бит инде, алтынсыға барҙы.
Йәйге каникулын шулай матур, файҙалы үткәрҙе Арсен.
Л. ҒАТАУЛЛИНА.
Әбйәлил районы,
Амангилде ауылы.