+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
19 Сентябрь 2023, 20:00

Мәктәпте һағынып килдем

Йәйге каникулым үтеп китһә лә, уны һағынып иҫкә алам. Ялымды мин өләсәйем янында үткәрҙем.

Мәктәпте һағынып килдем
Мәктәпте һағынып килдем

Иртә менән тәмле үлән сәйе еҫе танауҙы ҡытыҡлап уята. Уның янына өләсәйем майлы бутҡа, ҡоймаҡ, еләк бәлештәре бешереп ҡуя. Ауыл ҡаймағы менән дә һыйланам.
Әлбиттә, өләсәйгә ярҙам итергә лә өлгөрҙөм. Тауыҡтарҙы, себештәрҙе ашаттым, йәшелсәләргә һыу һиптем, түтәлдәрҙе утаным, өйҙә туҙандарҙы һөрттөм. Быйыл еләк бигерәк уңды, өләсәй менән бергәләп күп итеп йыйҙыҡ. Ҡышҡыһын ҡайнатма, компот менән һыйланырбыҙ әле.
Каникулым күңелле, ҡыҙыҡлы уҙҙы. Матур тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иттем. Мәктәпкә яңы көс-дәрт менән уҡырға килдем.

Илназ ҒИМАЛЕТДИНОВ,
V синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы,
Серафимовкалағы 1-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: