-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
13 Июнь , 15:40

“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та

Республикабыҙҙың бар белем усаҡтарында көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу лагерҙары гөрләй. Балаларҙың һәр көнө ҡыҙыҡлы уҙа. Беҙҙең “Йәншишмә” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Бер юлы гәзиткә яҙылыу ҙа ойоштора.

“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та

    Яңыраҡ Баймаҡ районының Азамат Тажетдинов исемендәге 2-се Этҡол мәктәбендә уҡыусылар менән осраштыҡ. Мәктәптә "Арғымаҡ" көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу үҙәге 21 июнгә тиклем эшләйәсәк әле. Етәксеһе – Замира Фәрит ҡыҙы Арыҫланова. Лагерҙа 3 отрядҡа бүленеп, бөтәһе 60 бала һаулығын нығыта. Беҙҙең менән осрашыуҙы көтөп алды улар. Ял итеүселәр рәхәтләнеп бейене, йырланы һәм иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Сара аҙағында балалар яратҡан “Йәншишмә” гәзитенә лә дәррәү яҙылды.

     – Беҙҙең "Арғымаҡ" үҙәгендә алдынғы, рухлы, ғорур, ышаныслы, маҡсатлы, аҡыллы һәм ҡыйыу балалар ял итә. Шулай уҡ үҙәктә  "Фитнес клубы", "Йырлайыҡ бергә", "Ауылым тарихы", "Шашка һәм шахмат", "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" (махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн селтәр үреү), "Бейеү донъяһында", "Хәүефһеҙлек мәктәбе" исемле түңәрәктәр эшләй. Йола буйынса, һәр көнөбөҙ ниндәйҙер темаға арнала. Йәнә йәйәнән уҡ атыу буйынса күнекмәләр, спорт сәғәттәре, экологик, илһөйәрлек акциялары, балыҡ ҡармаҡлау, дарыу үләндәрен өйрәнеү, төрлө экскурсиялар, осрашыуҙар үтә. Әлбиттә, көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу үҙәгендә хеҙмәт тәрбиәһе лә ҡаралған. Балалар мәктәп яны баҡсаһында ла  тырышып эшләй.

    Һәр отряд менән айырым вожатый, спорт буйынса инструкторҙар шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙәктә элекке уҡыусыбыҙ, Сибай институты студенты Владислав Әхмәҙиев әле беҙҙә практика үтеп йөрөй.

      Балаларҙы ашнаҡсы апайҙары 2 тапҡыр тәмле итеп ашата. Уҡыусыларҙың ялы файҙалы һәм күңелле үтһен өсөн барыбыҙ ҙа ихлас тырышабыҙ. “Йәншишмә”гә яҙылыу көнө лә матур уҙҙы. Бөтәбеҙгә лә оҡшаны. Был көндө балалар гәзиткә яҙылып ҡына ҡалманы, рәхәтләнеп бейене, йырланы, төрлө уйындарҙа ҡатнашып, ҡыуанышып таралышты. Әлегеләй саралар күберәк булһын ине, – ти мәктәп директоры Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы Ишмырҙина.

   Эйе, хаҡ һүҙҙәр, күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыуға бер ни ҙә етмәй инде.

Артабан да гәзитебеҙ менән дуҫлыҡ күперебеҙ нығынһын, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
“Йәншишмә” гәзите – "Арғымаҡ"та
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: