+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
14 Июнь , 16:00

Рәхәтләнеп күңел астылар

Баймаҡтағы 5-се мәктәптең “Дуҫлыҡ” лагерында 120 уҡыусы алты: “Ҡояшҡай”, “Яҡтылыҡ нуры”, “Йондоҙсоҡтар”, “Йылмайыу”, “Әфлисундар”һәм  “Гламур” отрядтарына тупланған. Етәкселәре – Зөлфиә Әбдрәхимова. Шулай уҡ бында 2 вожатый, 12 тәрбиәсе һәм инструктор эшләй.

Рәхәтләнеп күңел астылар
Рәхәтләнеп күңел астылар

Лагерҙың тормошо көн дә күнекмә менән башланып китә. Шунан тәмле итеп ашап алғас, төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Ә уларҙың ниндәйе генә юҡ! КВН, ”Йәш техниктар”, “Йәш натуралистар” станциялары, район һәм балалар китапханалары, балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәре үткәргән оҫталыҡ дәрестәре, байрамдар... Хатта бер көндө әкиәт геройҙары – Белерйән менән Белмәҫйәнде лә ҡунаҡҡа саҡырғандар. Ныҡ күңелле булған!

Гәзитебеҙ ойошторған уйын-көлкө байрамы ла ял итеүселәргә бик оҡшаны. Балалар рәхәтләнеп бейене, йырланы, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Аҙағынан яратҡан гәзиттәренә яҙылдылар.

 – Беҙҙә эшләгән йәйге ял һәм һауыҡтырыу лагерына балалар ҙур теләк менән йөрөй. Сөнки көн һайын иҫтәлекле, файҙалы сара һәм  уйындар ойошторола. Бөгөнгө “Йәншишмә” гәзите үткәргән дискотеканы ла ял итеүселәр көтөп алды. Балалар арығансы бейеп, йырлап, рәхәтләнеп күңел асты. Аҙағынан гөж килеп иҫтәлеккә Рифат ағайҙары Йәмлихин менән фотоға төштөләр, – ти мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова.

Осрашыуға шатбыҙ, артабан да көндәрегеҙ файҙалы һәм күңелле үтһен, балалар!

Рәхәтләнеп күңел астылар
Рәхәтләнеп күңел астылар
Рәхәтләнеп күңел астылар
Рәхәтләнеп күңел астылар
Рәхәтләнеп күңел астылар
Рәхәтләнеп күңел астылар
Рәхәтләнеп күңел астылар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: