– Дәрескә гел әҙерләнеп йөрөй, уны башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була, – ти уҡытыусыһы. – Диана матур йырлай ҙа, оҫта бейей ҙә. Йәйге ялын да файҙалы итеп үткәрә.
Был синыфта биш бала белем ала. Беҙҙең гәзитте бөтәһе лә алдыра, яратып уҡый икән. Диана «Йәншишмә» үткәргән «Яҙыл да бүләк от!» уйынында смарт-сәғәт отоп та ҡыуанды.
Каникулдың тәүге көнөндә бергәләп походҡа сыҡҡандар. Ҙур Арыҫланғолдан Әбешкә тиклем Һаҡмарҙа кәмәлә аҡҡандар. Бик күңелле булған!
Йәй дауам итә. Дуҫтарыбыҙға матур ял теләйбеҙ.
М. СӘЙЕТОВ.
Хәйбулла районы, Әбеш ауылы.