+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
3 Июль , 17:02

Уҡыу менән ял бергә

Республиканың 90 һәләтле йәш химигы Бөрйән районында йәйге "Изотоп" мәктәбенә йыйылды. 

Уҡыу менән ял бергә
Уҡыу менән ял бергә

Уҡыусылар матур тәбиғәт ҡосағында ял итеп кенә ҡалмай, алдағы йылдағы олимпиадаға әҙерлек башлап, мәсьәләләр сисәсәк, уларҙы практикала нығытып ҡуясаҡтар. 

Бер аҙналыҡ лагерҙы Фән һәм мәғариф министрлығы, "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге ярҙамы менән Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы ойоштора. Әйткәндәй, был проектты Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары президент грантына тормошҡа ашыра. Улар – үҙҙәре элекке олимпиада еңеүселәре, хәҙер Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның эш тәжрибәһе нигеҙендә балаларҙы олимпиадаларға әҙерләйҙәр.

йәш химиктарға матур ял һәм киләсәктә ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фото: vk.com/photo.

Уҡыу менән ял бергә
Уҡыу менән ял бергә
Уҡыу менән ял бергә
Уҡыу менән ял бергә
Уҡыу менән ял бергә
Уҡыу менән ял бергә
Уҡыу менән ял бергә
Уҡыу менән ял бергә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: