Икеһе лә «Йондоҙло» балалар баҡсаһына йөрөй. Каникулды түҙемһеҙлек менән көтөп алғайны ҡыҙҙар. Сөнки йәй етеү менән улар өләсәләре Миңзилә һәм ҡартаталары Нур Үҙәнбаевтар йәшәгән Ғүмәр ауылына ҡунаҡҡа юлланалар. Ә унда шундай күңелле!
Ҡыҙҙар йәшкә бәләкәй булһалар ҙа, ҙур ярҙамсылар: өләсәләренә ҡаҙ бәпкәләрен көтөшәләр, баҡсаға һыу ҡойошалар, уның менән бергәләп еләккә йөрөйҙәр. Аҙаҡ инде һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып та ҡайталар. Емеш-еләк менән һыйланалар, саф һауала төрлө уйындар уйнайҙар, йомшаҡ үләндә ялан аяҡ йөрөйҙәр. Үҙ-ара татыу ҡыҙҙар кистәрен өләсәләре һәм ҡартаталары һөйләгән әкиәттәрҙе тыңларға ярата.
Айгүзәл менән Инзиләнең йәйге ялы күңелле һәм файҙалы үтә. Ә һеҙҙеке?
Резеда МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы.