+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
8 Август 2024, 09:00

Тамьян күңелле ял итә

Быйылғы йәйгә һауа торошо үҙ төҙәтмәләрен индер­ҙе. Әммә «Сулпылар» телевизион конкурсының алып барыусыһы, «Тамыр» студияһы тәрбиәләнеүсеһе Тамьян Сафин төшөнкөлөккә бирелмәй.

Тамьян күңелле ял итәТамьян күңелле ял итә
Тамьян күңелле ял итә

Ул Өфөнән Амангилде ауылына – өләсәһе менән олатаһына ҡунаҡҡа килде.
Егет өләсәһе менән тәбиғәткә сығып емеш-еләк, төрлө дарыу үләндәре йы­йыр­ға өлгөрҙө, дуҫы Арсен­ға мәктәп баҡсаһында ярҙам итте, волейбол да уйнанылар. Тик Оло Ҡыҙыл йыл­ғаһы ташыуы ғына эсте бошора, һыу инеп булмай, ти Тамьян. Әммә кәйефен төшөрмәй: күңелле каникул дауам итә бит! Йылғала йөҙөр көндәр булыр әле, тип өмөтләнә егет.

Люциә ҒАТАУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас