-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
26 Август , 13:08

Дүртенсе быуынға һуҙылған дуҫлыҡ

Каникулдарҙы күңелле, мауыҡтырғыс итеп уҙғарыр өсөн яныңда һине аңлаған, ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ тура килгән дуҫтар кәрәк. Был йәһәттән мин бәхетле.

Дүртенсе быуынға һуҙылған дуҫлыҡ
Дүртенсе быуынға һуҙылған дуҫлыҡ

Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәүсе өләсәйем Рүзилә менән олатайым Ғилман Зәйнетдиновтарҙа беҙ – көтөп алынған ҡунаҡ. Йәйге каникулымдың күп өлөшө лә унда үтә. Ут күршебеҙ Мәүлиҙә инәй Зәйнуллинаға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ейәнсәрҙәре – өс бер туған Вәлитовалар ҡайта.
Мәүлиҙә инәй – Герой-әсә, Бөйөк Ватан һуғышында алһыҙ-ялһыҙ колхозда бил бөккән тыл ветераны. Үҫмер сағында ҡыҙ атайымдың өләсәһе Зөһрә Ҡужина менән яҡын әхирәт булып китә һәм был дуҫлыҡ бөгөнгәсә дауам итә. Шулай уҡ әсәйемдең өләсәһе, Илеш районынан был ауылға килен булып төшкән Фәғилә Шакирйәнова менән дә серҙәре берегә Мәүлиҙә инәйҙең.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Владимир Куликов исемендәге 1-се лицейында белем алған Әмилә, Әмирә, уларҙың биш йәшлек һеңлеһе Гәлсәр менән беҙ ҙә гел бергә. Һәр осрашыуҙы һағынып көтөп алабыҙ. Әмилә, апай булараҡ, беҙҙе ҡарай, төрлө кәңәштәр бирә. Ул әҙәби китаптар уҡыр­ға ярата. «Гарри Поттер»ҙың бөтә томдары менән таныш. Әмирә, Гәлсәр һәм һеңлем Асия менән бергә һүрәт төшөрәбеҙ, баҫтырыш, йәшенмәк кеүек уйындар уйнайбыҙ.
«Бишегеҙ ҙә аҡыллы, тыныс булғас, һүҙҙәрегеҙ берегә», – ти әсәйем. Ысынлап та, беҙ үсекләшеү, маҡтаныу, тупаҫ ҡыланыу кеүек йәмһеҙ күренештәрҙән азатбыҙ. Дуҫлыҡ та шул ваҡытта ғына ныҡ булалыр. Дүртенсе быуынға һуҙылған дуҫлыҡ.

Алтынай УРМАНШИНА.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: