-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
31 Август , 12:11

"Ҡалаға 31 августа ғына ҡайтам!"

Үҙе ҙурлыҡ мәтрүшкә гөлләмәһе йый­ған был ҡыҙ – Камилә Минғәлиева. Ул Өфөләге 1-се республика күп функциялы полилингваль гимназияһында уҡый, II синыфҡа барырға йыйына.

"Ҡалаға 31 августа ғына ҡайтам!"
"Ҡалаға 31 августа ғына ҡайтам!"

Ҡалала үҫһә лә, Камиләгә ауыл тормошо яҡын икән, шуға ла май аҙағында уҡ Ишембай районының Үрге Этҡол ауылына ҡайтып киткән. Унда олатаһы менән өләсәһе һәм бик күп туғандары йәшәй.
– Мине Өфөгә 31 августа ғына алып ҡайтырһығыҙ, – тип әйтеп ҡуй­ған ул атаһы менән әсәһенә.
Ауылда бигерәк күңелле бит! Ҡала өйөндә өлкәндәрҙең эштән ҡайтыуын көтөп ултырған һымаҡ түгел инде.
Камилә өләсәһе менән ялан-ҡыр­ҙарҙан шифалы үләндәр йыйырға, матур гөлләмәләр эшләргә ярата. Хәҙер ул күп үҫемлектәрҙең исемен һәм файҙалы яҡтарын әйтеп бирә ала. Ана бит, мәтрүшкәне ҡайһылай күп итеп алып ҡайтҡан!
– Ҡышҡыһын мәтрүшкәне сәйгә һалып эсһәк, үҙем дә, Юлиә апайым да, атайым менән әсәйем дә һыуыҡҡа бирешмәҫбеҙ һәм сирләмәҫбеҙ, – ти хәстәрлекле ҡыҙ.
Бигерәк тә һунарсы олатаһына эйәреп йөрөргә ярата Камилә. Ҡырағай йәнлектәр тураһында һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңларлыҡ бит! Тағы ла олатаһы еләкле урындарҙы һәм балыҡлы йылға-күлдәрҙе белә. Икәүләп әллә нисә биҙрә емеш-еләк йыйҙы улар, ярыша-ярыша балыҡ та тоттолар.
Ғәҙәттә, мәктәп уҡыусылары каникулда оҙаҡ йоҡларға күнегә лә, уҡыуҙар башланғас, ваҡытында уяна алмай йонсой. Тик был күренеш Камиләгә ҡағылмай, сөнки ул һәр көн ҡояш менән бергә тора һәм малды көтөүгә ҡыуа, тауыҡтарға ем һибә.
Ямғыр яуһа – Камиләгә шатлыҡ: йәһәт кенә ишек алдындағы иҙәнде ялтыратып йыуып ҡуя. Быйыл тупһа йыуырға өйрәнгәс, был эшкә өлкәндәрҙе яҡын да ебәрмәй.

Нурзиә ХӘСӘНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: