-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
25 Сентябрь , 15:02

Ҡалала йәшәгән ауыл малайы

Эй, елдерә генә малай квадроциклда. Ихата ғына бәләкәй һымаҡ тойолғас, урам­ға сығып китә. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни – хыялы тормошҡа ашты бит! Атаһы һәм әсәһе яғынан олатай, өләсәйҙәре тыуған көндәренә, байрамдарҙа биргән аҡсаларын йыйып барып, үҙе 12 мең туп­ланы. Атаһы «әҙ генә» өҫтәп, 100 меңгә алып бирҙе улына ошо замана техникаһын.

Ҡалала йәшәгән ауыл малайы
Ҡалала йәшәгән ауыл малайы

I синыфҡа уҡырға барыуы менән ҡотлап, яҡшы ғына уҡыуын да теләне ул.
Әле Рифат Сибәғәтуллин Күмертау­ҙағы 5-се мәктәптең II «А» синыфында белем ала. Йәшәүе ҡалала булһа ла, йәй буйы тиерлек, каникулдарҙа ла әсәһе Эльнараның тыуған ауылы Яҡшымбәткә килергә ашҡынып тора. Сөнки унда яратҡан өләсәһе менән олатаһы Мәрйәм һәм Фрил Сынбулатовтар йәшәй. Ә атаһы Салауат – Ишембай районының Яңы Һәйет ауылынан. Унда Резеда өләсәһе көтөп тора. Олатаһы Сәғит кенә бынау ҡороғорвирустан өс йыл элек мәрхүм булып ҡалды.
Ауылда Рифат квадроциклда атаһы менән дә, Альберт ағаһы менән дә елдерә генә. Улар менән бергә булғанда йылғаға балыҡҡа ла баралар. Шунда һыу ҙа инәләр. Бер үҙенә генә улай йыраҡҡа йөрөргә рөхсәт итмәйҙәр. Сөнки Яҡшымбәт – ҙур ауыл. Урамдан төрлө машиналар, тракторҙар, аттар йөрөп тора.
Рифаттың ауылда дуҫтары ла күп: Данил, ике Искәндәр, Әмирхан... Улар ҡайтҡанын көтөп ала. Ауылды ныҡ ярата шул малай, килгеһе генә килеп тора. Эшкә лә шәп. Өләсәһенә баҡсала ярҙам итә: тырмата, һыу һибә. Ҡул эштәренә оҫта. Яҙ көнө бөтә синыфтары менән тағараҡтар яһанылар. Рифаттыҡы мәктәп тәҙрәһенә ҡарап торған ағасҡа ҡуйылған. Шунда ҡоштарҙың килеп ҡун­ғанын күреп, ныҡ ҡыуана малай.
Техника яратҡан Рифат үҫкәс, фермер булырға теләй. Шуға күрә лә уйнаған машиналары ла – КамАЗ да тракторҙар. Ҡапҡанан ихатаға ингәс тә баҡсала шул машиналары малайҙы көтөп ята. Рифат тегеләр менән фермер булып уйнай башлай. Бер машинаға «бесән» тейәп, тракторҙарының тағылма арбаларына «утын» өйә лә «ферма»һына илтеп ҡуя. Бәләкәй саҡта хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр бит. Иншаллаһ, Рифаттың да теләктәре ҡабул булыр. Атаһы Себерҙә эшләй. Уның кеүек көслө, уңған булып үҫергә тырыша. Шуға физкультура, хеҙмәт дәрестәрен бигерәк тә ярата. Баш­ҡорт һәм урыҫ теле дәрестәрен дә көтөп ала. Ялға ауылға ҡайтҡанда өләсәһе менән һайлауға ла барып ҡайтты. Нисек һайлауҙарын күргеһе килде. Иртүк тороп, өләсәһенең эше бөткәнен көтөп йөрөнө. Ял бит әле, тип бер ҙә йоҡлап ятманы.
I синыфты тамамлағанда уларға билдә сығармағайнылар. Хәҙер уҡыуҙа алған белемдәренә ҡарап баһалар ҡуйыласаҡ. Шуға Рифатҡа тырышып уҡырға тура киләсәк. Ә квадроцикл менән киләһе йәйҙә рәхәтләнеп йөрөр әле. Хәҙергә ул олатаһының гаражында бәләкәй дуҫын моңһоу ғына көтөп тора. Рифат ялға ауылға килгәндә иптәштәре менән велосипедта уҙышырға ярата. Көҙгө сыуаҡ көндәр күңелдә матур иҫтәлектәр һаҡлай.

З. МӘҺӘҘИЕВА.
Күмертау ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: