-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
3 Октябрь , 21:08

Ял да, дауа ла

Красноусол балалар шифаханаһы хозур тәбиғәт ҡосағында – Ғафури районының Курорт ауылында урынлашҡан. Ул йыл әйләнәһенә эшләй. Терәк-хәрәкәт, аш һеңдереү, нервы системаһы һәм тире ауырыуҙары булған 7 – 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн тәғәйенләнгән.

Ял да, дауа ла
Ял да, дауа ла

Әбйәлил районынан Арсен менән Арыҫлан да бик ҡыуанышып һаулыҡтарын нығытырға барҙы. Унда минераль һыу, кислородлы коктейль эсерәләр, ләм менән дауалау, массаж, физик күнегеүҙәр кеүек ысулдар ҡулланыла. Балаларҙың көндәре иртәнге зарядканан башланып, төшкө ашҡа тиклем процедураларға йөрөһәләр, көндөҙгө йоҡонан һуң төрлө сараларға баралар.
Тәрбиәселәр уларҙың көндәре ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булһын өсөн бар көстәреп һалып эшләй. Саф һауала эстафета, уйын-ярыштар уҙғаралар, кискеһен дискотека үтә. Ғөмүмән алғанда, балаларҙың һаулыҡтарын нығытыуға, ял итеүгә бында барлыҡ шарттар булдырылған.
Арсен менән Арыҫлан да яңы дуҫтар табып, рәхәтләнеп ял итеп, шифалар алып, дауаланып, ыңғай тәьҫораттар менән ҡайтыр, тип ышанабыҙ.

Люциә ҒАТАУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.

Ял да, дауа ла
Ял да, дауа ла
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: