Ошо турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләшеү булды. Ауыр тормош шарттарында йәшәгән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына айырым иғтибар бүленәсәк. Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан 600 бала ял итергә киләсәк.
Йәйге лагерҙарҙа 30 мең хеҙмәткәр эшләйәсәк. Әле вожатыйҙар әҙерлек курстары үтә.
Белеүегеҙсә, 2025 йыл мәғариф системаһында Балалар ялы йылы тип иғлан ителде. "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәге быйыл 100 йыллығын билдәләйәсәк.
Башҡортостанда йыл әйләнәһенә эшләйәсәк лагерҙар һаны арта. Әле 51 ҡала яны лагеры уҡыу йылы буйына балалар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы йүнәлешле сменалар, ғаилә турҙары ойоштора ала. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, балалар ялы инфраструктураһын үҫтереүгә республиканың федераль программаларҙа ҡатнашыуы ла ярҙам итә. Мәҫәлән, майға тиклем Баймаҡтағы "Орлёнок" лагерында ике яңы корпус төҙөләсәк һәм Ҡыйғылағы "Маяҡ" лагерҙарын капиталь төҙөкләндерәсәктәр. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан - 77 миллион, республика ҡаҙнаһынан 11 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Фото: media.