+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
12 Июнь 2025, 09:53

Ҡуҙғалаҡ байрамы

Йәнтеш мәктәбендә көндөҙгө лагерь эшләй. Бик күп ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Ошо көндәрҙә мәктәп директоры Земфира Закир ҡыҙы Ғиләжева менән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Рәмилә Камали ҡыҙы Байғусҡарова етәкселегендә Башҡорт халыҡ йолалары көнө үткәрелде.

Ҡуҙғалаҡ байрамыҠуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы

Шул уңайҙан ағинәйҙәребеҙ менән бергә "Ҡуҙғалаҡ байрамы" үткәрҙек. Йәмле Һаҡмар буйында уҙған сара барыбыҙға ла оҡшаны. Ағинәйҙәр етәксеһе Фәниә Арыҫланова менән бергә балаларҙы байрам тарихы менән таныштырҙыҡ, ҡуҙғалаҡтың файҙаһы тураһында һөйләп үттек. Ағинәйҙәр үҙҙәре бешереп алып килгән ҡуҙғалаҡ бәлеше менән һыйланы.
Байрам "Йәшерәм яулыҡ", «Күпер аҫты - күләгә» , «Наза» башҡорт халыҡ уйындары, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Сара самауырлы сәй табынында дауам итте. Ағинәйҙәрҙең нәсихәттәре, ҡарһүҙҙәре, бергәләп уйнаған уйындар балаларҙың күңелендә лагерҙың бер күңелле көнө булып ҡына түгел, ә халыҡ йолаларына ихтирам булып та ҡалһын, уларҙа мәҙәниәтеьеҙгә ҡыҙыҡһыныу ҙа уянһын, тип теләге килә.

 

Руфина ӘХМӘТОВА.

Хәйбулла районы.

Ҡуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас