+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәйге ял
15 Июнь 2025, 14:26

Йүрүҙән буйлап

108-се мәктәп уҡыусылары Салауат районына сәйәхәт ҡылды. 

Йүрүҙән буйлапЙүрүҙән буйлап
Йүрүҙән буйлап

Уҡыуҙар тамамланғас, туғыҙынсыға күсәсәк үҫмерҙәр синыф етәкселәре Гөлнара Сабир ҡыҙы Ниғмәтуллина менән бергәләп ялға барҙы. Уларға ата-әсәләр ҙә ҡушылды. Йәмле көндә Йүрүҙән йылғаһы буйлап катамарандарҙа ағып төшөүе шундай күңелле! Ә яр буйында әҙерләнгән аш-һыу һуң? Тәмлелеге! Йылғанан тирә-йүндәге матурлыҡты ҡарап туйғыһыҙ. 

Кискеһен усаҡ яғып, төрлө уйындар ҙа уйнап алдылар. Саф һауала йоҡо туйҙырып, икенсе көндө Иҙрис мәмерйәһенә күтәрелделәр. Буласаҡ туғыҙынсылар өсөн онотолмаҫлыҡ сәйәхәт булды ул.

Йүрүҙән буйлап
Йүрүҙән буйлап
Йүрүҙән буйлап
Йүрүҙән буйлап
Йүрүҙән буйлап
Йүрүҙән буйлап
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас