-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
16 Июнь 2025, 15:30

Барыһына ла ныҡ оҡшай

«Арғымаҡ»  көндөҙгө ял лагерында барлығы 40 уҡыусы ял итә. Һәр көн уйланылған, планлаштырылған. Ял итеүселәр ике отрядҡа бүленгән «Йәншишмә» һәм «Аманат». Һәр отрядтың йыры, девизы, махсус сығарылған гәзиттәре бар. Ял осоронда ҡайҙа ғына булманы «Арғымаҡ»тар!

Барыһына ла ныҡ оҡшай
Барыһына ла ныҡ оҡшай

Улар Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһында ла, Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбендә лә, Зәки Нагаевтың «Кирач» оҫтаханаһында ла, район үҙәк дауаханаһында ла, «Йәйғор» кинотеатрында ла, район тирә - яҡты өйрәнеү музейында ла, Солтанморат ауылындағы Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге музейҙа ла, «Аҡбуҙат» балалар майҙансығында ла булырға өлгөрҙө.

Был сараларҙы ойоштороусылар, үҙ эштәрен яратып башҡарған вожатыйҙар Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова, Светлана Николаевна Атмасова, Гүзәлиә Рузил ҡыҙы Аяҙғолова, Зөлфиә Шәйхетдин ҡыҙы Ибраҡова,  Светлана Радик ҡыҙы Әхмәрова, Зөлфир Наил улы Ҡыҙрасов, Гөлсинә Әхмәт ҡыҙы Ҡыҙрасова, Лилиә Илдус ҡыҙы Әхмәтйәнова һәм Әлфиә Ғәлимйән ҡыҙы Хөсәйенова бар көстәрен һалып, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп уҙғара.

Лагерҙа балалар милли уйындар, йырҙар, бейеүҙәр, йолалар өйрәнә. «Урал батыр» мәктәбе буйынса эшләй. Яратып алдырған, уҡыған милли баҫмаларыбыҙ менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барабыҙ.

«Арғымаҡ»тар ял итеп кенә ҡалмай төрлө саралар ҙа ла әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ республика милли музейы һәм «Йәншишмә» гәзите уҙғарған «Утлы йылдар ауазы» конкурсында еңгәндәре өсөн Розалина Нагаева, Рената Ибатуллина, Асҡар Йәлилов, Илһөйәр Һатлыҡова Өфөгә барып бүләкләнеп, матбуғат йортонда экскурсияла булып ҡайтты. Әҙилә Аҙнабаева Күмертау ҡалаһында уҙған «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау этабында ҡатнашып, мәғариф һәм фән министрлығынан диплом алып ҡайтты.

Иртәгә «Торатау» геопаркына сәйәхәткә сығып, көндөҙгө ял лагерын тамамларға торабыҙ.

Бына шулай «Арғымаҡ»тар матур ял да итә һәм файҙалы мәғлүмәт тә туплай.

 

Розалиә ЙӘЛИЛОВА,

«Арғымаҡ» көндөҙгө ял лагерының етәксеһе.

Барыһына ла ныҡ оҡшай
Барыһына ла ныҡ оҡшай
Барыһына ла ныҡ оҡшай
Барыһына ла ныҡ оҡшай
Барыһына ла ныҡ оҡшай
Барыһына ла ныҡ оҡшай
Барыһына ла ныҡ оҡшай
Барыһына ла ныҡ оҡшай
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас