Ял осоронда ҡайҙа ғына булманы «Арғымаҡ»тар. Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһында ла, Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбендә лә, Зәки Нагаевтың «Кирач» оҫтаханаһында ла, район үҙәк дауаханаһында ла, «Йәйғор» кинотеатрында ла, район тирә-яҡты өйрәнеү музейында ла, Солтанморат ауылындағы Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге музейҙа ла, «Аҡбуҙат» балалар майҙансығында ла...
Балаларҙың ялы ҡыҙыҡлы, файҙалы булһын өсөн вожатыйҙар Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова, Светлана Николаевна Атмасова, Гүзәлиә Рузил ҡыҙы Аяҙғолова, Зөлфиә Шәйхетдин ҡыҙы Ибраҡова, Светлана Радик ҡыҙы Әхмәрова, Зөлфир Наил улы Ҡыҙрасов, Гөлсинә Әхмәт ҡыҙы Ҡыҙрасова, Лилиә Илдус ҡыҙы Әхмәтйәнова һәм Әлфиә Ғәлимйән ҡыҙы Хөсәйенова бар көстәрен һалып тырышты. Лагерҙа ҡыҙҙар, малайҙар милли уйындар, йырҙар, бейеүҙәр, йолалар өйрәнде. Шулай уҡ «Урал батыр» мәктәбе буйынса эш алып барҙыҡ.
«Арғымаҡ»тар ял итеп кенә ҡалманы, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Бер көндө республика Милли музейы һәм «Йәншишмә» гәзите уҙғарған «Утлы йылдар ауазы» конкурсында еңгәндәре өсөн Розалина Нагаева, Рената Ибәтуллина, Асҡар Йәлилов, Илһөйәр Һатлыҡова Өфөгә барып бүләкләнеп ҡайтты. Бер юлы матбуғат йортонда экскурсияла булдыҡ. Балаларға ныҡ оҡшаны. Уларҙы «Йәншишмә» гәзитенең хаттар бүлеге хәбәрсеһе Зөһрә Хәкимова редакцияның эше менән таныштырҙы һәм ул ойошторған махсус хәрби операциялағы яугирҙарға арналған «Өскөл хаттар» акцияһында ҡатнашып ҡайттыҡ. Беҙҙең лагерҙа ял итеүселәр һалдаттарға хат яҙғайны һәм һүрәттәр төшөргәйне. Шуларҙы алып килдек. Ул көндө Салауат районы Миәшәгәр мәктәбе уҡыусыларының эшләгән әйберҙәрен уҡытыусы Миләүшә Саҙретдинова ла тапшырҙы. Барыһын аҙаҡ Баймаҡтағы «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр ойошмаһына алып барасаҡтар. Әйткәндәй, Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы – ошо төркөмдөң әүҙем ирекмәне.
Беҙҙең Әҙилә Аҙнабаева Күмертау ҡалаһында уҙған «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау этабында ҡатнашып, мәғариф министрлығынан диплом алып ҡайтты.
«Арғымаҡ»та һәр көнөбөҙ матур уҙҙы. Лагерҙағы ялыбыҙҙың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Розалиә ЙӘЛИЛОВА,
«Арғымаҡ» көндөҙгө ял лагерының етәксеһе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.