-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
23 Июль 2025, 17:32

Үзбәкстан уҡыусылары килде

Башҡортостанға Үзбәкстан Республикаһында йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың балалары килде. Улар бер аҙна буйы республикабыҙ менән танышасаҡ.

Үзбәкстан уҡыусылары килде
Үзбәкстан уҡыусылары килде

Иҫтәлекле урындарға, музейҙарға сәйәхәттәр, ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашыу ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килер.
Делегация Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге Патриот хәрби-патриотик паркы биләмәһендә йәшәй. Унда "Ватандаш" йүнәлешле сменаһы ойошторолған.
Тәүге көндә балалар техника күргәҙмәһе һәм Геройҙар аллеяһы менән танышҡан. Шишмә районындағы Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы Тура-ханға барғандар. Кискеһен илһөйәрлек темаһына һөйләшеү ойошторолған, Рәсәй Федерацияһының рәсми символдары тарихын өйрәнгәндәр.

Бөгөн иһә Үзбәкстан уҡыусылары Өфөгә килде. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында булдылар. Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен күрҙеләр.
Бай программа әҙерләнгән. Балаларға В.И.Альбанов исемендәге, Ф.И.Шаляпин исемендәге музейҙар ҙа оҡшар.
Шулай уҡ "Торатау" геопаркына ла сәйәхәт планлаштырылған. "Рәсәй – минең тарихым" тарихи мультмедиа паркына, вуз-ара студенттар кампусына ла барасаҡтар. Хатта "Башҡортостан" милли паркына ла сәйәхәт ҡаралған.
Бына шулай Башҡортостан тәбиғәте, тарихы, мәҙәниәте менән танышып ҡайтасаҡ Үзбәкстан балалары. Сменаны ойоштороуҙың маҡсаты – йәш быуында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу.

Фото:vk.com. 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас