-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
28 Июль 2025, 15:15

Себеш тә, быҙау ҙа ҡарай

Рәмис Әлимбәков — Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының III cиныф уҡыусыһы. Уларҙың ғаиләһе Солтанморат ауылында йәшәй.

Себеш тә, быҙау ҙа ҡарай
Себеш тә, быҙау ҙа ҡарай

Әле йәйге каникулында шунда рәхәтләнеп ял да итә, ата-әсәһенә лә ярҙам итеп өлгөрә. Был һоҡланғыс малайҙың эшләмәгән, белмәгән нәмәһе юҡ. Бигерәк өлгөр үҙе. VI синыфта уҡыған Ралина апаһы менән мал да көтәләр. Ишек алдында атаһы эргәһенән китмәй, уға ла ярҙам итә. Иртә яҙҙан әсәһенә себештәр, бәпкәләр ҡарап үҫтерешә. Шундай уңған, егәрле инде.
Атаһы ауылда мал табибы булып эшләһә, әсәһе — икмәк бешереүсе.
— Буш ваҡытым булыу менән әсәйемә ҡаҙҙарҙы, өйрәктәрҙе ҡарашам. Беҙҙең 300 тауыҡ себешебеҙ, 25 ҡаҙ һәм 50-ләп өйрәк бәпкәһе бар. Шулай уҡ быҙауҙарҙы ла үҙем ҡарайым. 4-әү­һен көтөүгә ҡыу­һаҡ, 4-әү­һе баҡса артында йөрөй. Уларға көн һайын һыу ташып эсерәм. Һауыттары гел таҙа, тулы булһын өсөн ҡарап ҡына торам.
Киләсәктә фермер булырға хыялланам. Күп итеп йыл­ҡы тоторға, үгеҙ һәм быҙауҙар аҫрарға ла теләйем. Тырышып эшләп, күпләп мал аҫрап, ҙур килем алырға була бит. Мин дә атайым кеүек мал йәнлемен, гел уға оҡшарға тырышам.
Әсәйемә лә ярҙамлашам. Ул баҡсала өлгөрмәй башлаһа, йүгереп йөрөп эшләшәм. Бер ҙә эштән ҡурҡҡан юҡ. Телефонға әүрәп ултырырға яратмайым. Ҡайһы ваҡыт ярҙамға Ангелина, Камил, Милана һәм Тимур ҙа килеп етә. Ярай әле шундай дуҫтарым бар,— ти тырыш малай.
Рәмис гел эш менән мәшғүл, тип уйлай күрмәгеҙ. Юҡ, ул эштәре бөткәс, дуҫтары менән волейбол, футбол уйнай, рәхәтләнеп велосипедта елдерә. Яратҡан Пират ҡушаматлы эте менән шаярып, баҫтырышып йүгереп тә ала.
Әйткәндәй, үҙен уҡытыусыһы Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова ла маҡтай.
— Беҙҙең синыфта — иң шуҡ, иң шаян уҡыусы ул Рәмис. Икенсе яҡтан ҡараһаң, бик иғтибарлы, үҙем дә күреп еткермәгән нескәлектәрҙе лә тиҙ генә күрә һала. Ҡыҙҙарға ҡарата ихтирамлы, барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора. Таҙалыҡты ярата, синыф таҡтаһын һәр ваҡыт тап-таҙа итеп һөртөп ҡуя. Ҡушыл­ған йомошто еренә еткереп башҡара. Шулай уҡ ҡыҙҙарға һәм миңә төрлө матур ғына сюрприздар эшләй белә. Бына шундай аҡыллы, төптән уйлап эшен башҡарған уҡыусым булғанына һөйөнәм. Уның ошо күркәм сифаттары ғаилә мөхитендәге өлгөлө тәрбиәнән килә. Ралина апаһы менән дә үҙ-ара дуҫтар, — ти ул.
Һай, афарин! Рәмис, бай хыялдарың тормошҡа ашһын!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Себеш тә, быҙау ҙа ҡарай
Себеш тә, быҙау ҙа ҡарай
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас