Ысынлап та, ҡайһы бер лагерҙарҙа балалар, күңелһеҙ, килеп алығыҙ, тип ата-әсәләренә зарлана. Ә Ҡалтасы районы Ҡуян ауылында урынлашҡан ял һәм һауыҡтырыу лагерының тәүге сменаһына йыйылыусылар араһында ике-өс бала ғына, ауырып китеү сәбәпле, ҡайтырға мәжбүр булған. Ҡалғандары иһә бер-береһе менән дуҫлашып, өс аҙна ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Һуңғы хушлашыу көнөндә илашып та алғандар хатта.
Әле «Салют»та икенсе смена бара. Лагерь директоры Валерий Амиранович Думбадзе менән һөйләшәбеҙ.
– Беҙ йыл әйләнәһенә эшләйбеҙ. Быйылғы йәйҙә генә балаларҙы дүрт тапҡыр ҡабул итәсәкбеҙ. Әле үтеп киткән беренсе смена «Еңеү вариҫтары» тип аталды. Күп саралар һәм осрашыуҙар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Райондың «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, улар ҙур ярҙам күрһәтте. Сменаны «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйыны менән тамамлап ҡуйҙыҡ: балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәрен автоматты һүтеп йыйыу, тәүге ярҙам күрһәтеү, викторина һорауҙарына яуап биреү һәм башҡа ярыштарҙа һынаны.
Әлбиттә, ошо өс аҙна эсендә балалар яңы йырҙар, бейеүҙәр өйрәнгән, бер нисә тапҡыр концерт һәм спектакль ҡуйған. Етәкселек илһөйәрлек тәрбиәләү темаһына күберәк иғтибар бүлгән. Йәнә көн һайын спорт уйындары ойошторолған, квестар бигерәк ҡыҙыҡлы үткән. Хәүефһеҙлек буйынса даими рәүештә әңгәмәләр ҙә уҙған.
– Калегин ауылына музейға экскурсия иҫтә ҡалды. Унда экспонаттар күп, – ти Өфөнән килгән Ангелина Сәйфетдинова. Һүҙгә әхирәте Рания Фазлетдинова ла ҡушылды:
– Вожатый апайҙарҙан яңы уйындар өйрәндек. Бигерәк тә «Балыҡсылар һәм балыҡтар», «Йәшел үксә», «Зоопарк» тигәндәре ныҡ оҡшаны.
Хушлашыу кисе бигерәк моңһоу булды, ти ял итеүселәр. Вожатыйҙар Кристина Ғәфетдинова, Әлиә Вәкилева, Виктория Манаева, Карина Алексеева, Кристина Ванжула, Вероника Шилова үҙҙәре сәхнә номерҙары әҙерләп күрһәткән. Һуңынан дискотека булған, күмәкләп фильм да ҡарағандар.
Дөйөм алғанда, 65 бала өс отрядҡа бүленеп ял иткән. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгәндәр. Улай ғына түгел, Мәскәү, Ижевск ҡалаларынан да булғандар. Әле барған смена «Беренселәр хәрәкәте»нә арналһа, өсөнсөһө – Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына, дүртенсеһе Ҡалтасы районының 95 йыллығына бағышланасаҡ. Яҡшы ял теләйбеҙ, балалар!
Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Ҡалтасы районы.
Автор һәм лагерь сайтынан алынған фотолар.