Был турала бөгөн Башҡортостан Республикаһы премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә белдерҙе.
Һуңғы дүрт йылда лагерҙар күбәйгән. 2021 уларҙың һаны 1462 булһа, быйыл - 1899. Йыл әйләнәһенә эшләгән ҡала яны лагерҙары 29-ҙан 51-гә еткән. Шундай 9 яңы йүнәлешле лагерь асылған.
Республикала етем, ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ла иғтибар ҙур. Шулай уҡ Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан да балалар ял итә.
"Лагерҙа булыу матур тәьҫораттар бүләк иткәнен яҡшы хәтерләйем. Күпме дуҫтар табыла. Балаларға йәйҙең ҡалған өлөшөн файҙалы һәм күңелле итеп үткәреүҙәрен теләйем", - тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: com.