Ауылдан йыраҡ түгел урман ситендә тирмәләр урынлашҡан. Саҡ ҡына ситтәрәк аттар үлән уртлап йөрөй. Лагерь биләмәһенә ингәс тә беҙгә ҡаршы ике эт өрөп сыҡты. Утлыҡта малайҙар етәкселәре менән иртәнге аш ашап ултыра ине. Усаҡ, ҙур ҡаҙан, боҫорап ҡайнап ултырған самауыр… Бер ҡыйыҡ аҫтында – эйәрҙәр. Асҡар ҡаршыбыҙға килеп, эттәрҙе тыйғас, улар тынысланды, беҙҙе үҙ кешеләре тип ҡабул итеп, урындарына барып яттылар. Танышып-күрешеп алғансы, малайҙар ҙа ҡаҙанда бешкән бутҡаларын ашап бөтөп, берәм-берәм өҫтәлдән тороп, тәрилкәләрен йыуып ҡуйҙы. Бында барыһы ла ауылса, улай ғына тиһеңме, боронғоса, крандан һыу ағып тормай, газ плитаһы юҡ, хатта бәйләнеш тә юҡ, тиер инек, телефон әҙ-мәҙ генә тота. Бына ошондай шарттарҙа йәшәй төрлө тарафтарҙан спорт йыйынына килгән малайҙар.
Иҫке Бәпес ауылы егете Асҡар Рәсүл улы ошондай ял төрөн өсөнсө йыл ойоштора икән.
– Тәүҙә үҙебеҙҙең ауыл малайҙары өсөн бушлай үткәрҙем. Маҡсат бының файҙаһын, кәрәклеген асыҡлау ине. Былтыр ватсапта биргән иғланымды күреп, сит яҡтарҙан да балаларын килтерергә теләүселәр булды. Быйыл ике заезд ғына ойошторорға уйлағайныҡ, бишәү булып китте. Тимәк нәҡ ошондай форматтағы спорт йыйындары кәрәк, – ти ул.
Ете көнлөк спорт-һыбай йөрөү йыйынында балалар өсөн көрәш буйынса күнекмәләр үткәрелә, һыбай йөрөргә, һыбай килеш уҡ атырға өйрәтәләр. Шәп бит! Өй мөхитенән айырылып, бер аҙнаға урманға килеп эләгеү малайҙар өсөн бер яҡтан ҡыҙыҡ булһа, икенсе яҡтан тормош һынауы кеүек тә. Шулай булмай ни: минут һайын аҡыл өйрәтеп торған әсәйең яныңда түгел, еңелгә генә өйрәнгән уңайлы шарттар юҡ. Етәксене тыңларға, үҙең өсөн ҡарарҙы үҙеңә ҡабул итергә кәрәк. Кемдер һағынып та китәлер, әлбиттә, әммә күптәренә оҡшай, бындай мөхиттә йәшәп ҡарау кемгә эләгә әле, хәҙер бит ауылдарҙа ла шарттар ҡалалағы кеүек. Ә тәбиғәт ҡосағында малайҙар утын ярырға ла өйрәнә. Дежур иткәндә кәрәк-яраҡҡа тотона торған һыулы бакты тултыралар, ҡаҙанды йыуалар. Иртәләре иһә йүгереүҙән башлана. Торғас та яҡындағы быуаға тиклем йүгереп барып киләләр. Көн эҫе булһа, тиҙ генә һыуға сумып та сығалар.
Ваҡыттары файҙалы, мауыҡтырғыс шөғөлдәр менән үтә. Асҡар ағалары малайҙарға күнекмәләр үткәрер өсөн кикбоксинг буйынса донъя чемпионы, бокс буйынса спорт мастеры Эльвир Ҡасимовты саҡырған. Ә һыбай йөрөү, йәйәнән уҡ атыу дәрестәрен үҙе үткәрә.
– Уҡ ата белә инем, ә атта йөрөргә бында өйрәндем. Минең төрлө лагерҙарҙа булғаным бар. Был йыйын ныҡ үҙенсәлекле. Мәҫәлән, балта ырғытыу ярыштары үтә. Һәр малай утын яра белергә тейештер, быға ла өйрәндек. Тәбиғәт ныҡ матур. «Аталыҡ» йыйынында миңә барыһы ла оҡшаны, – ти Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһының VII синыфына барасаҡ Азамат Исламғолов.
Балта тигәндән, эйе, ысын башҡорт егеттәре уның менән дөрөҫ эш итә белергә тейеш. Беҙ барған көндө малайҙар өсөн бик мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Рәсәй әрме ҡул һуғышы федерацияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Наил Ғәлимов үткәрҙе уны. Малайҙарға оҡшағаны күҙҙәренән күренеп тора ине. Наил Мансур улы – ҡул һуғышы буйынса ете тапҡыр Рәсәй чемпионы. Үҙе менән күргәҙмә материалдар, төрлө һөжүм ҡоралдары килтергән ине. Малайҙарға ла һорауҙарын яуҙырҙы ғына. Һуңынан улар менән төрлө күнекмәләр эшләп ҡаранылар. Бындай спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү тормошта үҙеңде ышаныслы тойоу, кәрәк булһа яҡлау өсөн кәрәк.
Икенсе заезда Башҡортостандың «Ҡара ҡаплан» федерацияһы ярҙамында спортсы, рухлы башҡорт егеттәренең береһе Ришат Шәймәрҙәнов менән бергәләп «Ҡара ҡаплан» боронғо төрки ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәте буйынса ярыш та үткәргәндәр. Һыбай йөрөү, уҡ атыу, быуала һыу инеү, туп тибеү, ялан шарттарында ашарға әҙерләшеү, самауыр сәйе – былар барыһы ла малайҙарҙың иҫендә матур хәтирә булып һаҡланыр. Тирмәлә йәшәгән бер аҙналарын һағынырҙар әле.

Әйткәндәй, быйыл ҡыҙҙар өсөн дә айырым заезд ойошторолған. Уларҙың тәрбиәселәре, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороусылары гүзәл заттар ғына булған. Әлбиттә, Асҡар ағайҙары һыбай йөрөү, уҡ атыу дәрестәрен дә үткәргән.