-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
8 Август 2025, 13:40

"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй

Башҡортостанда тәүге тапҡыр инклюзив балалар хәрби-патриотик лагеры ойошторолдо.

"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй
"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй

 Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында асылған смена "Берҙәм сафта" атала. Был проект Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары конкурсы еңеүсеһе булған.
Лагерға илебеҙҙең 9 төбәгенән 113 бала килгән. Улар өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Был сменала булыу ишетеү һәләте боҙолған балаларға үҙҙәрен команданың бер өлөшө итеп тойорға, һәләттәрен асырға ярҙам итәсәк.
Лагерь 18 авгусҡа тиклем, йәғни ике аҙна эшләйәсәк. Хәрби-патриотик уйындар, спорт ярыштары, ижади оҫталыҡ дәрестәре, тарих менән танышыу ҡаралған. Бындай проекттың Рәсәйҙә тормошҡа ашырылғаны юҡ ине әле. Бер майҙансыҡта - һаңғырау һәм ата-әсәләре һаңғырау булып та үҙҙәре ишеткән балалар. Улар үҙ-ара аралаша, дуҫлаша. Вожатыйҙары ым-ишара телен белгән ирекмәндәр, тәржемәселәр, һаңғырауҙар йәмғиәтенең әүҙемселәре.

Әйткәндәй, киләһе йылда иһә был смена Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.

Фото: Башҡортостандағы Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте.

"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй
"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй
"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй
"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй
"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй
"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй
"Берҙәм сафта" инклюзив лагеры эшләй
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас