-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
10 Август 2025, 02:10

Икеһе лә умартасы булырға хыяллана

Күптәр каникул мәлендә һыу төшөп, лагерҙа ял итеп көс туплай. Ә бына Иглин районынан ағалы-ҡустылы Мәрҙәновтар мәктәптә уҡыу тамамланғас та, олатаһы менән өләсәһе янына ашыға. Уларҙың иңендә оло яуаплылыҡ: умартасылар тоҡомоноң бишенсе быуыны бит ни тиһәң дә! Олаталарының эше күплеген белеп, ярҙамға ашыға малайҙар.

Икеһе лә умартасы булырға хыяллана
Икеһе лә умартасы булырға хыяллана

Камил — дүртенсе, Арыҫлан — икенсе синыфты тамамлаған. Уларҙың шөғөлдәре бихисап: йөҙөү, шахмат түңәрәктәренә йөрөйҙәр, велосипедта елдерергә, футбол уйнарға яраталар.

—        Беҙҙең буш ваҡыт булыу менән умарталыҡҡа ашығабыҙ. Беҙ олатайға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Ҡорттар тешләшмәһен өсөн Арыҫлан төтәтеп йөрөй. Мин умарталарҙы асып, инә ҡорттарҙың торошон тикшерәм. Инә ҡорт йомортҡаны һәйбәт һаламы, бал нисек йыйыла? Умартаны асыу менән был һорауҙарға яуап алаһың, — тип һөйләй Камил.

Мәрҙәновтарҙың умарталығында — 150 умарта. Йыл уңышлы килһә, йыйылған бал күләмен тонналап иҫәпләйҙәр. Былтыр ямғырҙар арҡаһында уңыш әллә ни булмаған. Быйылға өмөттәре ҙур умартасыларҙың.

—        Улыбыҙ Дамир умартасылыҡ менән ҡыҙыҡһынып үҫте. Был һөнәр быуындан-быуынға күсеп килә. Малайҙарҙың атаһы студент йылдарында умартасылыҡ буйынса конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнашты, призлы урындар яулап торҙо. Хәҙер уның яуаплы эше бар. Шулай ҙа умартасылыҡты ташламай, кәрәк булғанда һәр саҡ ярҙамға ашыға. Ҡатыным Миләүшә менән өс ейәнебеҙ бар. Камил менән Арыҫлан — гел минең янда, ярҙам итеп торалар. Кеселәре Кәримгә — ике йәш. Камил менән Арыҫланға әле бал ҡорттары тураһында ғилми китаптар уҡырға иртәрәк. Ә бына тәжрибә туплау — бик мөһим эш. Уларға күберәк өйрәтеп ҡалырға тырышам, — ти Әмир Миңлеғәле улы.

Беҙ һөйләшкән арла ағалы-ҡустылы теркәү дәфтәрен алып, эшкә тотондолар. Оҫта итеп умартаны асып ебәрәләр ҙә, тикшерәләр. Шунан күҙәтеүҙәрен дәфтәргә теркәп ҡуялар. Олаталары малайҙарға эш хаҡы ла түләй. Бал йыйыу мәле тамамланғас, һәр береһенә берәр фләгә бал бирә. Уны яҡынса 35 мең һумға һатып була. Был аҡсаға Камил һәйбәт велосипед алырға йыйына. Ә Арыҫлан әле нимә һатып алырын уйламаған, икеләнә. Ә бына киләсәк һөнәрҙәрен малайҙар һайлап ҡуйған инде: икеһе лә умартасы буласаҡ.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Автор фотолары. 

Икеһе лә умартасы булырға хыяллана
Икеһе лә умартасы булырға хыяллана
Икеһе лә умартасы булырға хыяллана
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас