-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
15 Август 2025, 09:57

Күңелле йәй

Йәй – һәр беребеҙҙең көтөп алған яратҡан миҙгеле. Уны файҙалы, күңелле итеп үткәрергә тырышабыҙ.

Күңелле йәй
Күңелле йәй

Бәләкәстәрҙең барыһы ла асыҡ һауала уйнарға ярата. «Әкиәт» төркөмөнә йөрөүселәр ҙә шулай. Көндәр ҡояшлы, йылы саҡта асфальтҡа аҡбур менән һүрәт төшөрәбеҙ, баҫтырыш уйнайбыҙ, төрлө физик күнегеүҙәр эшләйбеҙ. Ҡомда малайҙар «төҙөлөш» эштәре менән булһа, ҡыҙҙар «ашарға бешерә».
Уйнап арып китһәк, беҙҙе уратып алған күбәләк, бөжәктәр менән танышабыҙ. Улар­ҙы һүрәттән ҡарап, танырға өйрәнәбеҙ. Ҡояштың организмға Д витаминын биреүе, әммә оҙаҡ торһаң, тиренең бешеүе тураһында һөйләшәбеҙ. Тәрбиәсе Эльвира Рәлиф ҡыҙы һәм ярҙамсыбыҙ Кристина Валерьевна менән балаларға төрлө уйындар ойошторабыҙ, был йәй хәтерҙәрендә матур хәтирәләр ҡалдырыуын теләйбеҙ.


Эмилия БОНДАРЕНКО, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, 226-сы балалар баҡсаһы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас