...Яҡын-тирәне моңға, рухҡа сорнап, лагерь гимны яңғырай. Күңел һалып, ысын йөрәктән йырлай балалар. «Йәйләү» берҙәмлек, дуҫлыҡ тойғоһо уята, ихлас, эскерһеҙ, телефонһыҙ аралашыу бүләк итә, бергә рәхәтләнеп уйнау мөмкинлеге бирә. Төп маҡсат булып, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлау тора. Милли аш-һыу, әкиәт-эпос, музыка ҡоралдарынаҙур иғтибар бүленә.
Малай, ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындары тураһында мәғлүмәт алды. Уйындар мәргәнлеккә, сослоҡҡа, етеҙлеккә, түҙемлеккә, тәртипкә, йыйнаҡлыҡҡа өйрәтә, дуҫлыҡ тойғоһон тәрбиәләй. Балалар келәм кеүек түшәлеп ятҡан үләнгә ултырып «Йөҙөк һалыш», «Боҙоҡ телефон», аҙаҡ инде иң яратҡан уйындарының береһе – «Аҡ тирәк, күк тирәк»те уйнанылар. Нурия Мөхтәр ҡыҙы Көнсыуаҡова шулай уҡ, «Аманат» этнопедагогика музейы менән таныштырҙы. Башҡорт халҡының йәшәйешен сағылдырған экспонаттар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– «Йәйләү» ял һәм һауыҡтырыу лагеры уҡыусылары өсөн көн дә ҡыҙыҡлы саралар, мауыҡтырғыс конкурстар, осрашыуҙар уҙғарылып торҙо. Мәҫәлән, «Беренселәр хәрәкәте» белгесе Фидәрис Илгизәр улы Юлсанов менән осраштылар. «Тыуған илем – Рәсәй» тигән ҡыҙыҡлы викторина һорауҙарына бергәләп яуап бирҙеләр. Шулай уҡ «Я рядом, брат!» ирекмәндәр төркөмөн етәкләгән Ғаяз Ғайса улы Ҡолоев, Белград ҡалаһында урынлашҡан госпиталгә, гуманитар ярҙам алып барып, ике аҙна буйы яралы һалдаттарға ярҙам иткән Резеда Мөхәммәт ҡыҙы Жанпейсова менән осраштыҡ. Ғаяз Ғайса улы үҙе йыйған Рәсәй ҡоралдары күргәҙмәһен алып килеп, уҡыусыларға улар тураһында һөйләне. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Хөрмәт Хәмит улы Исмәғилев балалар менән осрашып йәнтөйәгебеҙгә һаҡсыл ҡараш булдырыу, уны һаҡлау тураһында әңгәмә ҡорҙо. Әйҙәүсе булып эшләгән уҡытыусыларыбыҙға ла ҙур рәхмәт, – ти гимназияның директоры Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы Садыҡова.
«Урал батыр» көнө»нә арналған сарала башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилева эпосыбыҙ, боронғо башҡорт халҡының йәшәйешен сағылдырған изге ҡомартҡы тураһында ентекле һөйләгән. Эпос уҡыусыларҙы тик яҡшылыҡ эшләргә әйҙәп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларҙың ҡулынан килерлек изге эштәр һанап үтелгән. Кемдәр эпосты белә, ятлап та күрһәткән. Гөлбаныу Ирековна әҙерләгән һорауҙарға яуап табып иҫтәлекле бүләктәр ҙә алғандар.
Ә һуңғы көндә балалар өсөн һабантуй ойошторолдо. Көршәк ватыу, йомортҡалы ҡалаҡ ҡабып йүгереүҙәр, тал «аттар»ҙа сабыш, «Ебегән» уйыны, тоҡ кейеп һикереү һәм башҡа уйындар булды. уйнаны. Барыһы ла бүләк алып ҡыуанды. Тәрбиәселәр лагерҙы ябыу тантанаһында иң әүҙем, иң етеҙ, иң талатлы уҡыусыларҙы билдәләне. Ҙур сара һыу һибешеү менән тамамланды.