-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
20 Август 2025, 12:47

"Университет сменаһы"нда - Запорожье уҡыусылары

Запорожье өлкәһенән 37 уҡыусы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған "Университет сменаһы"нда ял итте. 

"Университет сменаһы"нда - Запорожье уҡыусылары
"Университет сменаһы"нда - Запорожье уҡыусылары

Был проект Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан "Беренселәр" ойошмаһы менән берлектә тормошҡа ашырыла. 

Был йәйҙә Өфөлә ошондай өс смена эшләне. Ҡунаҡтар Башҡортостан менән танышты, шулай уҡ белемдәрен дә арттырҙылар. 

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусына сәйәхәт бик оҡшаған уҡыусыларға. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты буйынса төҙөлгән кампустың макеты менән танышҡандар, фәнни лабораторияларҙа һәм үҙәктәрҙә, "Берлога" киберфизик оҫтаханаһында булғандар.

Мелитополдән килгән Юрий Кордий быға тиклем Грозный, Мәскәү, Архангельск ҡалаларында ойошторолған "Университет сменаһы"нда булған икән.

- Өфөнөң архитектураһы матур. музейҙарҙа булып, был ерҙәрҙең тарихы тураһында күп нәмә белдек. Миңә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында булыу, яңы урындар менән танышыу бик оҡшай, - тип тәьҫораттары менән бүлешә ул.

Фото: pravitelstvorb.

 

"Университет сменаһы"нда - Запорожье уҡыусылары
"Университет сменаһы"нда - Запорожье уҡыусылары
"Университет сменаһы"нда - Запорожье уҡыусылары
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас