Сөнки әсәһе Нурзидә Йомағәле ҡыҙы — күрше ауылда һатыусы. Иртә менән эшкә китә лә кис кенә ҡайта. Ул өйҙә булмағанда йорт эштәрен малайҙар үҙҙәре башҡара. Ҡош-ҡортҡа ем һалалар, ҡарғаларҙан һаҡлайҙар. Һыу ташып, әсәйҙәре ҡайтыуға мунса ла яғып ҡуялар.
Эш бөткәс, йылғаға һыу инергә барғандар. Ғайсар балыҡ тоторға бигерәк әүәҫ, оҫта инде. Быйыл ҙур суртан эләктереп ҡыуанған әле. Ғайсар – шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән ағаһы Фәйездең терәге лә.
– Ике улым – минең ҙур ярҙамсыларым. Һәр эштең рәтен белеп үҫеп киләләр, Аллаға шөкөр. Аталары мәрхүм булғанда ҙур улыма – 9, Ғайсарға 1 генә йәш ине...
Әле үҙҙәренсә ваҡыттарын тигеҙ бүлеп, йәйге каникул көндәрен файҙалы үткәрергә тырышты улдарым. Уйнарға ла мәлен таптылар. Ғайсар синыфташ малайҙары Асҡар, Илгизәр һәм Илназ менән дә булырға өлгөрҙө. Улдарым һау ғына булып, донъялар тиҙерәк тынысланһын инде, – ти әсәйҙәре.
Афарин, егеттәр! Гел шулай һынатмағыҙ, йәме. Әсәйегеҙҙе ҡыуандырып ҡына тороғоҙ.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: ағалы-ҡустылы Әбдрәшитовтар. Бына ошо инде Ғайсарҙың дуҫ-синыфташтары!