

Республикабыҙҙа уҡыусылдарҙың ялы файҙалы һәм хәүефһеҙ үтһен өсөн күп саралар күрелә. Ял башланыу менән 1091 мәктәп яны лагеры эшләй башлаясаҡ, унда 111,7 мең бала ял итәсәк.
Йәй көнө аҡса эшләргә теләгән 24 мең үҫмер өсөн — 739 ял урыны ойошторола, ә 1800 йәш турист өсөн 10 палаткалы лагерь эшләйәсәк. Ҡала яны лагерҙарында 63-64 мең бала ял итә аласаҡ. Шулай уҡ экскурсиялар, походтар, спорт ярыштары һәм оҫталыҡ дәрестәрендә 232 мең бала ҡатнашыуы көтөлә. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 442 мең уҡыусы өсөн йәйге ялдың төрлө формалары ойошторола.
2026 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларының ялы өсөн ҡаҙнанан 66,4 миллион һум аҡса бүленгән. 1260 бала ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар ваҡытында уҡ бушлай юллама алған, йәй көнө тағы ла 3000 уҡыусыны лагерҙарға ебәреү планлаштырыла.
Быйыл республикабыҙ дүртенсе тапҡыр шефлыҡҡа алынған биләмәләрҙән балаларҙы ҡабул итәсәк. Июндә лагерҙарға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 600 бала (Красный Луч ҡалаһынан 504 бала) һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе 50 хеҙмәткәр ял итергә киләсәк.
2026 йыл илебеҙҙә – Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда иһә Ҙур һәм татыу ғаилә йылы. Лагерҙарҙың программалары ла ошо темаларға бағышлана.
Йәйге каникулда ла йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, IT (БПЛА) өлкәһендә, спортта һәм сәнғәттә һөнәри белемдәрен үҫтереү иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
"Башинформ" буйынса.