

Йыл һайын V-X синыфтарҙан 400 тирәһе бала ошо прфессия нигеҙҙәрен өйрәнә һәм тимер юлында эшләй. Уҡыу октябрҙән майға тиклем дауам итә.
Әйткәндәй, балалар поезында майҙа ғына 3750 пассажир йөрөгән. Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында батырлыҡ күрһәткән тимер юлсылар тураһында мәғлүмәт тупланған вагон-музей популяр икән.
Поезд көн һайын 15-әр минутлыҡ 18 рейс яһай. Дүшәмбе һәм шишәмбе көндәрендә Балалар тимер юлы ял итә.
Фото: com.